top of page

Рәсәй Федераль дәүләт белем биреү стандарттары

     ФГОС–та былай тиелә: “Стандарт Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының региональ милли һәм этномәҙәни талаптарын иҫәпкә алып төҙөлгән”( ФГОС начального общего образования / Мин. Образования и науки РФ. – М.: Просвещение, 2010. 5-се бит). Тимәк, Федераль үҙәк, Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығы субъекттарҙың үҙенсәлеген, уҡыусыларҙың туған телдәрҙе өйрәнеү, этномәҙәни ерлектә тәрбиә алыу хоҡуғын алғы планға ҡуя, яңы стандарттар йүнәлешен дөрөҫ билдәләй.

Башҡорт әҙәби телен уҡыу-уҡытыу барышында компетенциялар формалаштырыу

 

       Уҡыу-уҡытыу процесында компетентлыҡлы ҡараш уҡыусыларҙа төп компетенцияларҙы формалаштырыу һөҙөмтәһендә бойомға ашырыла.

      Туған телде өйрәнеү барышында тел (лингвистик), коммуникатив, лингвокультурологик компетенциялар үҫтереү өсөн айырыуса уңайлы шарттар тыуҙырыла.

       Психология фәнендә бала телмәренең үҫеш механизмы, этаптары, башланғыс, урта һәм юғары кластарҙа туған телде үҙләштереү үҙенсәлектәре буйынса бик күп материал тупланған. Күпселек хеҙмәттәрҙә телмәр иң юғары психик функция һәм эшмәкәрлек, кешенең әйләнә-тирә менән үҙ-ара йоғонто яһау, мөнәсәбәткә инеү һәм ысынбарлыҡты танып белеүҙең бер формаһы булараҡ ҡарала

bottom of page