top of page

      Актуаллеге:

      1-се класҡа барырға йыйынған ҡайһы баланан: уҡығың киләме? Мәктәптә нисек уҡыясаҡһың? тип һораһаҡ та, уларҙың һәр береһе тик 5-легә генә уҡырға теләүен ишетәбеҙ. Тик, беренсе ярты йыллыҡ бөтөүгә күп уҡыусыларҙың шатланып яңы уҡыу көнөн көтөп алыуы һүнә, баштағы белемгә ынтылыш юҡҡа сыға. Ә уҡырға теләге булмаған баланың материалды үҙләштереү сифаты бик түбән. Юҡҡа ғына халыҡ мәҡәле “Көсләп астырған күҙҙең нуры булмай”, тимәй бит. Нисек итеп уҡыусыларҙың телмәр компетентлығын уҡыу дауамында һаҡлап ҡалырға, үҫтерергә һуң? Ошо мәсьәләне хәл итеү маҡсаты менән “Федераль дәүләт белем биреү стандарттары шарттарында уйын алымдары аша уҡыусыларҙың телмәр компетентлығын үҫтереү” темаһы өҫтөндә эшләй башланым. Мәктәбебеҙ “Уҡыусыларҙың телмәр мәҙәниәтен үҫтереү” проблемаһы өҫтөндә эшләй

Билдәле булыуынса, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың төп шөғөлө – уйын. Шунлыҡтан уйын башланғыс класс уҡыусыһының тормошонда мөһим урын алып тороуын оноторға ярамай. Урта һәм юғары класс уҡыусылары араһында ла был ысулды башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу уларҙа был предметҡа тик ҡыҙыҡһыныу һәм телде өйрәнеүгә теләк кенә уята.

Мәҙәниәт феномены булараҡ уйын, ял йөкмәткеһенә сикһеҙ сюжеттар, кеше тормошо һәм эшмәкәрлеге темалары индереп, шул уҡ ваҡытта үҙ ҡиммәтен юғалтмайынса өйрәтә, тәрбиәләй, үҫтерә, социалләштерә, күңелен аса, ял бирә.

 

  1. Тикшеренеүҙең фәнни һәм практик әһәмиәте булараҡ, эштең һөҙөмтәләрен башҡорт теле (шулай уҡ сит тел) дәрестәрендә ҡулланырға мөмкин.

  2. Уҡыусыларҙың телмәр компетентлылығын үҫтереү  өсөн уйын алымдарының әһәмиәтен өйрәнеү.

        Бурыстары:

  • Бирелгән тема буйынса психологик, педагогик әҙәбиәтте анализлау.

  • Уҡытыу процесында телмәр компетентлылығын үҫтереү юлдарын асыҡлау, үҫешен тәьмин итергә йүнәлтелгән дидактик материал туплау һәм системалаштырыу.

  • Уҡыу процесында уйындың ролен өйрәнеү.

  • Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә һөйләгәнде, уҡығанды аңларға өйрәтеү, телмәр үҫтереү;

  • Һәр уҡыусыға телде практик үҙләштереүгә шарттар тыуҙырыу.

  • Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәр компетентлылығын үҫтереү өсөн яңы эффектив уйын төрҙәре тәҡдим итеү.

 

       Бирелгән теманы өйрнгәндә башҡорт, рус һәм сит ил теле ғалимдарының хеҙмәттәренә таянып эш иттем.

     “Русско- башкирский словарь терминов по методики преподования языков” тигән һүҙлегенә мөрәжәғәт иткәндә, унда былай тип бирелә:”Белделеклелек, белгәнлек”, “ нигеҙлелек, төплөлөк”, икенселәрендә был төшөнсә “айырым бер өлкәлә тейешле белемле булған, яҡшы белемле” тип бирелә.

     Ә В.М. Полонский үҙенең һүҙлегендә:” Компетентлылыҡ – кешенең тейешле өлкәлә күнекмә булдырыу һәм практик яҡтан нығытыу”,- ти.

       Компетентлыҡ “ әҙер килеш бөтәһен дә бирергә түгел, ә “өйрәнергә өйрәтеүҙе” күҙ уңында тота. Ошонан сығып компетентлыҡтың төп маҡсаты булып мәктәп дәүерендә төрлө яҡтан үҫешкән уҡыусы шәхесен формалаштырыу, уның фекерен, тел интуицияһын, һәләтен, телмәрен, телмәр мәҙәниәтен, аралашыу мәҙәниәтен, ҡылығын үҫтереү.

 

  1. Тикшеренеү уҡыусыларҙың телмәр компетентлығын үҫтереүҙә  яңы уйын алымдарын ҡулланыуға йүнәлтелгән.  Бер нисә алымды ҡарап үтәйек:

 

  • Ниндәй ул?  Бындай карточкалар ниндәй ҙә булһа предметты тасуирлап һөйләү өсөн алгоритм өлгөләре булып тора.

 

  • Һөйләмдәрҙе тамамла. Һөйләм төҙөргә өйрәтеү өсөн карточкалар. Был карточкалар баланы һөйләм төҙөргә, һөйләмдә һүҙҙәр һанын билдәләргә, һорауҙарға тулы яуап бирергә өйрәтә.

 

  • Пазлдарҙы йый, дөрөҫ яуап бир. Балаларға һүрәттәрҙе йыйып, барлыҡҡа килгән һүҙҙәрҙе уҡырға тәҡдим ителә. Был уйын шулай уҡ һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлергә өйрәтеү өсөн дә файҙалы.

 

  • Домино. Баланың иғтибарлығын, телмәрен үҫтерә, яңы һүҙҙәр сығанағы булып тора.

 

  • Парҙарын тап. Балаларҙың һүҙлек запасын киңәйтеү, иғтибарлыҡты арттырыу, уйлау-фикерләү сәләтен үстерү; ике телдә (рус һәм башҡорт телдәрендә) монологик һәм диалогик һөйләү күнекмәләрен үстерә.

 

  • Анаграммалар. Бирелгән хәрефтәрҙең урындарын алмаштырып, башҡаса бер һүҙ килтереп сығарырға. Анаграммалар тиҙ һәм дөрөҫ уҡырға өйрәнергә ярҙам итә.

 

  • Пантомим.  Ул үҙенсәлекле сәнғәт жанры булып тора. Беҙҙе уратып алған донъя менән аралашыу ысулы. Баларҙың иғтибарлыын, етеҙлеген үҫтерә.

 

      Шулай уҡ дәрестә интернет уйындарҙы ла ҡулланабыҙ, сөнки бөгөнгө көндә заман талаптарының береһе булып тора.

 

       Көтөлгән һөҙөмтәләр:

      Әгәр яңы федераль белем биреү стандартына таянып уҡытыуҙы башҡа предметтар менән бәйләп, төрлө шәхсән, регулятив (көйләү), текст менән эшләү, коммуникатив (аралашыу), танып-белеү ғәмәлдәрен ҡулланып, балаларҙың физиологик үҫешенә таянып, яңы технологиялар ҡулланып эшләгәндә:

1.Башҡорт телен һөйөүселәр, теләп өйрәнеүселәр бермә – бер артыр.

2.  Телмәр компетентлылығы формалашыр. 

3. Уҡыусының  үҙ аллы фекерләү  һәләте үҫер.

4. Башҡорт телен өйрәнеүгә  ҡыҙыҡһыныуҙары, ихтирамдары артыр.

5.  Уҡыусылар башҡорт телендә дөрөҫ, матур һөйләшергә өйрәнер.

6. Башҡорт теле дәрестәре күпкә ҡыҙығыраҡ һәм фәһемлерәк үтер.

bottom of page