top of page

Алтын көҙ ҙә бөтөү яҡҡа китте,

Ағастарҙа һуңғы япраҡтар,

Һары келәм булып түшәлгәндәр

Минең эшкә барыр һуҡмаҡтар.

 

Мин мәктәпкә барам, ә ҡаршыма

Килә өлкән ағай-апайҙар.

Күрәһеңдер, улар ҙа ашыға

Яндарымдан етеҙ уҙалар.

 

Бына килә минең уҡыусылар,

Һаулыҡ һорап уҙа алғараҡ.

Кемдер батыр, кемдер үткер булһа,

Кемдер әле ҡыйыуһыҙыраҡ.

 

Бына мәктәбем ишеге,  

Ике яҡлап - ҡайындар,

Әйтерһең дә,  мәктәп менән

Улар бергә үҫкәндәр.

 

Мәктәп тулы бала-саға

Ә ҡайында - япраҡтар.

Бер ҡараһаң, шау-гөр килә,

Бер ҡараһаң, моңһоуҙар.

 

Ғорур ҡайын япраҡ ҡоя,

Төрлө яҡҡа осалар.

Балалар ҙа мәктәп бөтөп,

Сит яҡтарға китәләр.

 

Яҙмыш елдәре уларҙы

Ҡайҙарға алып барыр?

Һәм был серле йыһанда

Үҙ юлын ҡайҙан табыр?

 

Ә бер япраҡ өҙөлдө лә,

Ҡайын төбөнә төштө.

Рәхәтләнеп, ышыҡланып

Йылы ҡуйынға сумды.

 

Үҙ нигеҙе! Үҙ ҡайыны!

Ниңә йыраҡ китергә?

Мин дә шул япраҡ шикелле

Ҡалдым тыуған еремдә.

 

Тыуған ерем – Башҡортостан!

Атай-әсәй, туғандар.

Дуҫ-иштәрем, яҡындарым

Матур тормош ҡорғандар.

 

Ана теге ел осорған,

Япраҡтар ҡайҙа икән?

Тыуған илдән сығып киткән

Балалар нишләй икән?

 

Әгәр инде ҡайынҡайҙың

Һүҙҙәрен аңлаһалар.

Ваҡытында белем алып,

Көс, аҡыл туплаһалар.

 

Юғалмаҫтар! Һис шигем юҡ!

Юлда ниҙәр булһа ла.

Төплө баҫып, үткер ҡарап

Тура юлдан атларҙар.

Бына инде килеп индем

Беҙҙең класс бүлмәһенә

Нисәмә пар күҙ ҡарашы

Төбәп сәләм ебәрә.

 

Берһе күҙҙәрен йәшерә-

Тимәк ул, әҙер түгел.

Икенсеһе тура ҡарай-

Өмөт, ышаныс бағлай.

 

Барыһына бер үк талап,

Балалар бер тигеҙҙәр.

Тик уларҙың һәр берһенең

Эсендә ҙур таланттар.

 

Үҙ-үҙемә һорау бирәм:

“Күрҙемме мин уларҙы?

Асҡыстарым яранымы?

Файҙалары сыҡтымы?”

 

Бөгөнгө көндә һәләтле

Балаларҙы үҫтереү,

Заман ҡуйған талаптарҙы

Еренә еткереп башҡарыу.

 

Балаларға ҡанат өҫтәп,

-Һин бит булдырҙың!- тиһәм.

Уның булған ышанысын

Бер ни тапҡыр арттырһам.

 

Булырмын мин уҡытыусы -

Балаларҙың иптәше.

Ышаныслы, яҡын дуҫы,

Киләсәктең өмөтө.

 

Минең менән уҡыусылар

Шаярһындар, көлһөндәр,

Кәрәк саҡта ҡайғыларын

Уртаҡ һалып сисһендәр.

 

Улар миңә ышанһындар

Һәр саҡ йәнәш барһындар.

Киләсәккә тура ҡарап

Үҙ юлдарын тапһындар.

 

Мин бәхетле! Уҡытыусы.

Үҙ юлымдан атлайым.

Заман ҡуйған һикәлтәле

Юлдарҙа аҙашмайым.

 

Минең бурысым - телемде

Телһеҙҙәргә еткереү.

Башҡорт булып аңламаған

Балаларҙы өйрәтеү.

 

Халҡым мираҫын бөгөнгө

Быуындарға тапшырам.

Башҡорт телен, әсәм телен

Тапатмаҫҡа тырышам.

 

Киләсәккә өмөт бағлап

Йәшәйем һәм эшләйем.

Уҡыусылар менән бергә

Киләсәккә атлайым!

bottom of page