top of page
"Шаяниум - 2017". 
      Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында 2017 йылдың 3 мартында "Шаяниум - 2017" конкурсының район этабы үтәсәк. "117 мәктәп" командаһы был конкурста тәүге тапҡыр үҙ көсөн һынап ҡарамаҡсы.
28.02.2017
Халыҡ - ара "Глобус" олимпиадаһында еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
       Башҡорт теленән Халыҡ - ара "Глобус" олимпиадаһының яҙғы сессияһында еңеүсе 9б класы уҡыусыһы Калачева Юлиәне, 10б класы уҡыусыһы Хәкимова Алһыуҙы,  призлы урын яулаусы 5а класы уҡыусылары Иштуғанов Максимды, Хәжиморатова Камлланы ҡайнар ҡотлайбыҙ! 
01.03.2017
"Юрған"дар , афарин!
         "Шаяниум - 2017" отҡорҙар һәм тапҡырҙар конкурсының район турында "Юрған" командаһы тәүге тапҡыр сығыш яһап, III урын яуланы.
            Афарин, "Юрған"дар! 
03.03.2017
           13 - 18 -се мартта "117-се мәктәптә" Экология йылына арналған туған башҡорт һәм татар телдәре аҙналығы үтәсәк.

ЯҢЫЛЫҠТАР ҺӘМ ИҒЛАНДАР

117- се мәктәптә - туған телдәр аҙналығы
09.03.2017
06.04.2017
Туған телдәр аҙналығына йомғаҡ яһалды
11.04.2017.
           Йыл һайын 117-се мәктәптә  туған телдәр аҙналығы ойошторола. Быйыл да был аҙналыҡ төрлө тәрбиәүи һәм ҡыҙыҡлы сараларға бай булды. Мәктәптең туған телдәр буйынса методик берекмәһе етәксеһе Миләүшә Моратшина туған тел уҡытыусылары менән  аҙналыҡта буласаҡ саралар, уларҙың әһәмиәте һәм башҡа мөһим мәсьәләләр тураһында кәңәшмә үткәрҙе. Аҙналыҡта туған тел, тарих һәм мәҙәниәт уҡытыусылары асыҡ дәрестәр , Моратшина М.Н. ҡала уҡытыусылары өсөн семинарҙа мастер - класс күрһәтте. Шулай уҡ юбиляр-яҙыусыларға, шағирҙарға арналған башҡорт һәм татар телендә стендтар, Башҡортостандың тәбиғәтен сағылдырған фотоколлаж, уҡыусылар өсөн ребустар, кроссвордтар йыһазландырылған стендтар эшләнде. Башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашлығында "Һаумы, һаумы, әкиәт!" темаһына һүрәттәр конкурсы ойошторолдо. Уларҙың иң яҡшылары район конкурсында призлы урындар яуланы. 
       Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу уҡытыусынан айырыуса ҙур тырышлыҡ, һығылмалылыҡ, уҡыусыны мауыҡтырыу оҫталығы, рухи ныҡлыҡ талап итә. Уҡытыусыларҙың ижади тырышлыҡтары һәм уҡыусыларҙың үҙ теле менән ҡыҙыҡһыныуы ошо үткәрелгән сараларҙа күренә лә инде. Халҡыбыҙ йолаларына, рухи байлығыбыҙға таянып, һәр яҡтан камил шәхес тәрбиәләү - беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Мәктәбебеҙҙә ошондай тәрбиәүи сараларҙы күберәк үткәрһәк, йәш быуында туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу артасаҡ ҡына
12.04.2017
13.04.2017
22.04.2017
    «Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам» /«Говорю по-башкирски, пишу на башкирском» девизы аҫтында 117-се мәктәп уҡыусылары башҡорт теленән региональ диктант яҙҙы. Бөтәһе 159 эш тапшырылды.  
Башҡорт теленән региональ диктант. 

Халыҡ - ара "Глобус" олимпиадаһында еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

  Халыҡ-ара "Глобус" интернет-олимпиадала 100 балл йыйыусылар Башҡорт дәүләт университетында көс һынашты. 117-се мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы Хәкимова Алһыуҙы һәм 9-сы класс уҡыусыһы Калачева Юлиәне еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! 
05.05.2017
         19 майҙа "117-се мәктәптә" башҡорт дәүләт теленән уҡыу-методик комплекттарын апробациялау һорауҙары буйынса ҡала семинар-кәңәшмәһе булып үтте. Семинарҙа "117-се мәктәп"тең туған телдәр буйынса кураторы Сабина Ә.Т., туған телдәр буйынса мәктәп методик берекмә етәксеһе Моратшина М.Н., башҡорт теле уҡытыусылары Ғәлләмова М.Д., Ғәҙелшина Р.В. сығыш яһаны. Семинарҙа ҡатнашҡан уҡытыусылар  апробациялауҙа  тупланған тәжрибәләре менән, ярты йыл уҡытыу һөҙөмтәләре менән бүлеште, УМК-ҙың ыңғай һәм кире яҡтарын асыҡланы. Сарала УМК авторҙарының береһе - педагогия фәндәре кандидаты, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ -ның башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы доценты Дәүләтшина М.С., Өфө ҡалаһы Фәнни-мәғлүмәти методик үҙәгенең милли мәғариф бүлеге мөдире Йосопова А.Ғ. ҡатнашты.  
22.05.2017
"Ете ырыу" балаларҙың һәләтен үҫтереү лагерынан
117-се мәктәп уҡыуысылары ла ситтә ҡалманы
        1 июнь Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Өфө ҡалаһы Совет районының "Ете ырыу" балаларҙың һәләтен үҫтереү лагеры үҙ эшен башлап ебәрҙе. "Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы"ндағы саф башҡорт лагерына Совет районының 20, 117, 15, 27-се һанлы мәктәп уҡыусылары йыйылды. Лагерҙы асыу тантанаһында ял итеүсе уҡыусылар ҙур концерт ҡуйҙы. Шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға килгән Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова байрамдың матур биҙәге булды. Балаларға үҙенең тәмле күстәнәстәрен, яңы китаптарын бүләк итте. 21-се июнгә тиклем эшләгән "Ете ырыу" лагеры 117-се мәктәп уҡыусылары Яҡшыбаева Ленара һәм Хөснөтдинова Зөлфиәнең күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ һәм бай эстәлекле программа менән эшләйәсәк балаларҙың һәләтен үҫтереү үҙәгенә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
06.06.2017
bottom of page